06:10 (UTC+5), 04 Августа 2023

Башҡортостанда ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Ләйсән Закирова

Башҡортостандың бер нисә районында ҡоролоҡ менән бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Әлшәй, Баҡалы, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Хәйбулла, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондарында 28 авгусҡа тиклем ғәҙәттә тәш хәл режимы ғәмәлдә. Был муниципалитеттар ғәҙәттән тыш хәл зонаһы тип танылды.

Тармаҡ ойошмаларына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары вәкилдәре менән берлектә ҡоролоҡ эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар күрергә ҡушылды. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культуралары һәләк булыу арҡаһында килгән зыянды һәм уларҙы үҫтергәнсе тотонолған сығымдарҙы дәлилләгән документтар әҙерләргә кәрәк. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа йөкмәтелде.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-04/v-bashkirii-vveli-rezhim-chrezvychaynoy-situatsii-iz-za-zasuhi-3372478

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика