Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер ай эсендә төҙөлөш документтарын тикшерергә, объекттың торошон баһаларға һәм Әр-Рәхим мәсете мәсьәләһе буйынса оператив штаб ойошторорға ҡушты. Был хаҡта Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин хәбәр итә.
«Барлыҡ бурыстарҙы үтәгәндән һуң Радий Фәрит улы мәсет төҙөлөшөн дауам итеү ҡарары һәм уны тамамлау ваҡыты тураһында шәхсән үҙе иғлан итер», - тип яҙҙы Айнур Бирғәлин.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса июнь башында мәсет төҙөлөшө тергеҙелде. Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы мәғлүмәте буйынса, финанслау тулыһынса меценаттар иҫәбенә башҡарыла.
Быйыл март айында көслө ел мәсеттең бер көмбәҙен ауҙарғайны. Яңы көмбәҙ әҙер, ләкин тәүҙә эксперттар башҡа конструкцияларҙың ышаныслы һәм хәүефһеҙ икәнен тикшерергә тейеш.