Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2023, 14:41

Учалы районында боҙ яуған

социаль селтәрҙәр
Фото:социаль селтәрҙәр

Учалы районында йәшәүселәргә һауа торошо сюрприз яһаған. Кисә бер нисә ауылда боҙ-борсаҡ яуып үткән. Социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, яуым-төшөм Рысай, Ҡунаҡбай ауылдарында һәм Уральск ҡасабаһында булған. Фотоһүрәттәргә ҡарағанда, боҙ ауыл халҡына артыҡ зыян һалмаған.

«Башинформ» ошо көндәрҙә Баймаҡ районында дауыл ҡубыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Түбә ауылында көслө ел йорттарҙың ҡыйығын осороп алып киткән, ҡапҡалар, кәртә-ҡоймалар ауған. Урындағы халыҡ ҡойонға оҡшан тәбиғәт күренешен видеоға төшөрөп алған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-02/v-uchalinskom-rayone-bashkirii-grad-pobil-urozhay-3369477

Читайте нас: