

Билдәле эстрада йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин тыуған төйәгендә – Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында «Йәйге осрашыуҙар-2023» тигән опен-эйр ойошторҙо. Концертта Әнүәр Нурғәлиев, Марат Яруллин, Әлиә Ҡарасурина, Фирҙәт Ғәлиев һәм башҡа башҡорт, татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашты.
«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Ришат Төхвәтуллин «Атайсал» проектында ҡатнашып, бер нисә йыл инде хәйриә кисәһен үткәрә. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса уның тыуған төйәге өсөн изге эштәргә һәм проекттарға тотонола. Ошо ваҡыт эсендә Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы мәсетен, балалар баҡсаһын, урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтелгән. Йырсы мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән бер нисә ғаиләгә лә ярҙам иткән – дауалау өсөн аҡса күсергән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты республика етәксеһенең тәҡдиме менән 2022 йылда эшләй башланы. Уның асылы шунда: яҡташтарыбыҙ тыуған төйәгендә изге эштәр ҡыла. Проекттың дауамы итеп быйыл Башҡортостанда Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы тип иғлан ителде.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.