10:36 (UTC+5), 02 Августа 2023

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хәрби хәрәкәттәр ветерандары статусын алырға мөмкин

Фото: Ксения Калинина, архив
Ләйсән Закирова

Рәсәй Хөкүмәте хәрби хәрәкәттәр ветерандары танытмаларын алыусыларҙың категорияларын киңәйтте. «Башинформ»ға мәғлүм булыуынса, хәҙер 2014 йылдың 11 майынан  Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының хәрби формированиеларына ингән, шулай уҡ 2022 йылдың 24 февраленән — Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы, 2022 йылдың 30 сентябренән Запорожье һәм Херсон өлкәләре биләмәләрендә махсус операция барышында илдең Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәргә ярҙам иткән ойошмалар менән контракт төҙөгән хәрбиҙәрҙең берҙәм өлгөләге хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу хоҡуғы бар. Документты биреү ҡағиҙәләре хөкүмәт ҡарарҙары менән раҫланған.

Был танытма хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын һәм закон буйынса уларға, уларҙың ғаилә ағзаларының ташламаларға хоҡуғын раҫлай. 2023 йылдың апрелендә хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы алыу өсөн категорияларҙы киңәйткән законға үҙгәрештәр ҡабул ителде. Федераль кимәлдә бындай граждандар өсөн бер нисә льгота билдәләнгән, шул иҫәптән милеккә һалым һәм коммуналь түләүҙәр  буйынса. Бынан тыш, ошондай статусҡа эйә булған граждандарға ай һайын аҡсалата түләү ҡаралған.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-08-01/uchastniki-svo-smogut-poluchit-status-veteranov-boevyh-deystviy-3368526

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика