Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен районына эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе менән осрашты. Бер йыл элек ғаилә башлығы тәүгеләрҙең береһе булып Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт ирекле батальонына яҙылған. Шул ваҡыттан бирле ул бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтып, туғандары менән күрешеп өлгөргән.
Республика етәксеһе ошо көндәрҙә Донбасҡа сәфәре барышында яугиргә уның ата-әсәһе, хәләл ефете һәм балаларының хәлен белешергә вәғәҙә биргәйне. Әлеге осрашыуҙан һуң бер нисә көн үткәс тә Радий Хәбиров Благовещенға юлланды.
Хәрбиҙең ғаиләһендә өс бала: өлкән ҡыҙы — Благовещен күп профилле колледжының 3 курс студенты. Әсәһе һәм өләсәһе кеүек башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға һәм уҡытыусылар династияһын дауам итергә әҙерләнә. Башҡортостан Башлығы ҡыҙға льготалар менән файҙаланырға һәм юғары уҡыу йортонда белемен дауам итергә кәңәш бирҙе.
Уртансы улы ла, апаһының өлгөһөнә эйәреп, быйыл Благовещен киң профилле колледжына документтарын тапшырған. Ул иретеп йәбештереүсе һөнәрен һайлаған. Радий Хәбиров район хакимиәтенә был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа һәм баланы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итергә ҡушты.
Төпсөктәре сентябрҙә Бөрө коррекция мәктәп-интернатының 4-се класына бара. Республика етәксеһе малайҙы баш ҡала табиптарына күрһәтергә тәҡдим итте, яугирҙең хәләл ефете һүҙҙәренсә, әлегә бындай мохтажлыҡ юҡ.
«Республикала телмәр үҫеше боҙолған балалар менән эшләү буйынса иң яҡшы мәктәп Бөрө ҡалаһында, яҡшы белгестәр, ҡорамалдар. Ике йыл эсендә уңыштарға өлгәштек, әкренләп һөйләшә башланыҡ», - тине ул.
Яугирҙең хәләл ефете республика Башлығына иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм үҙ ҡулдары менән яһаған бүләкте — Еңеү символын тапшырҙы.