

Эште башлап ебәргәндә 8 кеше һәм тәүлегенә 300 килограмдан ашыу икмәк, ә хәҙер 184 кеше һәм 12,83 тонна. Благовещен районын һәм тирә-яҡ ауылдарҙы тәьмин иткән «Благовещен икмәге» предприятиеһының эш һөҙөмтәһе шундай. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошондай мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Предприятиела бер нисә инвестиция проекты бойомға ашырыла. Яңыраҡ бында керәндил һәм крафт икмәге етештереү буйынса яңы цех асылған. Киләһе этап — Өфө- Бөрө - Яңауыл трассаһында юл буйы кафеһын төҙөү. Уны йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
«Үҫешергә «Благовещен» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусы биргән һалым һәм башҡа льготалар ярҙам итә. Команданың, иң тәүҙә предприятиеның ойоштороусыһы Владимир Борисович Когайҙың тырышлығы ла маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, бында хеҙмәткәрҙәр өсөн яҡшы шарттар булдырылған. Бушлай дөйөм ятаҡ, туҡланыу, өҫтәмә түләүҙәр, спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге, шифаханаға юлламалар һәм башҡалар.
Республикала һәм илдә хеҙмәт ресурстары менән проблемалар бар, квалификациялы кадрҙар өсөн көрәшергә кәрәк. Бөгөн мин был көрәштә нисек еңергә мөмкин икәнен күрҙем. Бында иркенләп экскурсияға ла килергә була - «Благовещен икмәге» Бөтә Рәсәй сәнәғәт туризмын үҫтереү буйынса акселераторҙа ҡатнашыусылар иҫәбенә инә. Барығыҙға ла кәңәш итәм! Уңыштар!» - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.