10:38 (UTC+5), 31 Июля 2023

Башҡортостан Башлығы: «М.Шайморатов исемендәге батальон үҙенең исемен махсус хәрби операция героикаһына яҙҙы»

Фото: Радий Хабиров, Telegram
Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнаның һуңында эш сәфәре менән Донбасҡа барып ҡайтты. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, ул унда Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугирҙәре менән осрашты һәм уларҙы дәүләт наградалары — Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, шулай уҡ генерал Шайморатов ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләне.  

«Улар биш ай яуҙан сыҡманы, өс ай Артемовскиҙың уң флангыһын һаҡланы. Беҙ егеттәребеҙгә дәүләт наградаларын тапшырҙыҡ. Бығаса булмағанса 200-ҙән ашыу яугирҙе бүләкләнек, 100-ҙән күберәге ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалдарын алды. Беҙ батальоныбыҙ менән ғорурланабыҙ — ул беренсеһе булды, үҙенең исемен махсус хәрби операция героикаһына яҙҙы. Ир-егеттәребеҙ хәрби хеҙмәте менән ошо наградаларға лайыҡ булды. Уларға оло рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдарында түбәнселек менән баш эйәбеҙ», — тине республика етәксеһе 31 июлдә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Радий Хәбиров шулай уҡ яугирҙәрҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ҡушты.

«Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм, унда һеҙҙең райондарҙан да егеттәр бар, уларҙың үтенестәре төрлө. Кемдер ата-әсәһенә машина менән ҡырсынташ килтереүҙе, кемдер ата-әсәһен дауаханаға һалыуҙы, дауалауҙы һорай. Бөгөн мин йөкләмәләр проекттарына ҡул ҡуям, иртәгә үк ғәмәлгә ашыра башлағыҙ. Был аҙнала барыһын да үтәргә кәрәк», - тине республика етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-07-31/glava-bashkirii-batalon-imeni-minigali-shaymuratova-vpisal-svoe-imya-v-geroiku-svo-3365438

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика