Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.88
-2.12
94.73
-2.56
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2023, 12:17

Ял көндәрендә республикала 35 градус эҫе булыуы көтөлә

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шәмбе, 29 июлдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә +15, +20°, урыны менән +10°, көндөҙ +30, +35° була.

Йәкшәмбе, 30 июлдә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә +15, +20°, урыны менән +10°, көндөҙ +30, +35°.

Бөгөн, 28 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +29, +34°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-28/v-predstoyaschie-vyhodnye-zhiteley-bashkirii-ozhidaet-35-gradusnaya-zhara-3360951

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас