Бөгөн, 28 июлдә, Өфөлә махсус хәрби операция барышында һәләк булған разведка бүлексәһе командиры, кесе лейтенант Руслан Попов менән бәхилләшеү сараһы уҙҙы. Яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, башҡа рәсми кешеләр, Руслан Поповтың иптәштәре һәм ҡала халҡы килгәйне.
«Хөрмәтле Игорь Евгеньевич һәм Светлана Фәниз ҡыҙы, Руслан Поповтың туғандары һәм яҡындары. Бөгөн беҙ тотош республика менән ҡайғырабыҙ. Руслан бөтә ғүмерен тиерлек Тыуған илебеҙҙе һаҡлауға арнаны. Ҡыйыу йөрәкле кеше. Беҙ бөгөн яугиргә оло ихтирам күрһәтәбеҙ. Беҙ ир-егеттәребеҙ өсөн ныҡ борсолабыҙ. Ләкин ата-әсә генә бының ниндәй ауыр юғалтыу икәнен аңлай. Бөгөн бер генә нәмә әйтә алам: беҙ Руслан Попов һәм башҡа бик күп яугирҙәр тураһында хәтерҙе һаҡларбыҙ. Уның хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күрербеҙ. Игорь Евгеньевич, Светлана Фәниз ҡыҙы, һеҙ лайыҡлы ул тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ. Һеҙгә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Тыныс йоҡла, Руслан», - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров һәләк булған яугирҙең ата-әсәһе Светлана һәм Игорь Поповтарға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Кесе лейтенант Руслан Попов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң бүләкләнгән.
Шулай уҡ кесе лейтенант Руслан Попов Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң икенсе Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Офицерҙың ата-әсәһенә награданы Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич тапшырҙы.
Руслан Поповтың атаһы Игорь Попов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, ҡала хакимиәтенә һәм хәрби комиссариатҡа офицерҙың ғаиләһенә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров махсус хәрби операцияла үҙ бурысын үтәгән яугирҙәргә бик яуаплы ҡарай. Руслан тормошто яратты, шат күңелле, шул уҡ ваҡытта етди, тәртипле кеше ине. Ошондай ул тәрбиәләгенебеҙ менән ғорурланабыҙ», - тине Игорь Попов.
Руслан Поповты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.