06:47 (UTC+5), 28 Июля 2023

Башҡортостанда 2023 йылда Республика көнөн билдәләүгә әҙерлек тураһында указ сыҡты

Альмира Давлетбаева

Рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүенә утыҙ өс йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек тураһында указ баҫылған.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, документта 2023 йылда Республика көнөнә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Ойоштороу комитетына тейешле сараларҙы әҙерләргә һәм үткәреү планын раҫларға ҡушылған.

Муниципаль район- ҡала округтары хакимиәттәренә 2023 йылдың октябрендә ҡалаларҙа, муниципаль райондарҙың һәм ауыл биләмәләренең административ үҙәктәрендә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә тәҡдим ителә. Улар учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм торлаҡ кварталдарҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символикалары менән биҙәргә, шулай уҡ мәҙәни, спорт саралары, йәрминкәләр ойошторорға тейеш.

Эске эштәр министрлығы байрам ваҡытында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә бурыслы.

Башҡортостан Хөкүмәтенә указды ғәмәлгә ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-28/v-bashkirii-izdan-ukaz-o-podgotovke-k-prazdnovaniyu-dnya-respubliki-v-2023-godu-3360928

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика