16:34 (UTC+5), 27 Июля 2023

Ирек Фәйзуллин Өфөлә Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты

Фото: Олег Яровиков

Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районында Халыҡ-ара спорт көрәше үҙәгенең төҙөлөш майҙансығында эштәр барышы менән танышты.

Бөгөнгә объектта барлыҡ әҙерлек эштәре башҡарылған. Төҙөлөштө киләһе йылда тамамлау планлаштырыла.

«Ошо халыҡ-ара кимәлдәге объект киләсәктә халыҡ-ара, Рәсәй ярыштарын  ҡабул итәсәк. Проектты уңышлы тормошҡа ашырыуығыҙҙы, төҙөлөштө билдәләнгән ваҡытта тамамлауығыҙҙы теләйем», - тип билдәләне министр.

Ирек Фәйзуллин Башҡортостандың төҙөлөш компаниялары вәкилдәренә Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы наградаларын тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был - Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлә башлаған объекттарының береһе. Үҙәк көрәштең төрлө төрҙәре, шул иҫәптән грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар, панкратион һәм грэпплинг менән шөғөлләнеү, шулай уҡ төбәк, ил чемпионаттары һәм халыҡ-ара ярыштар - донъя чемпионаттары һәм кубоктар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-27/irek-fayzullin-pobyval-na-stroitelstve-mezhdunarodnogo-tsentra-sportivnoy-borby-v-ufe-3360148

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика