Дәүләт Думаһы депутаттары өсөнсө уҡыуҙа шифаханаларҙа һәм инвалид балалар өсөн лагерҙарҙа инклюзив ял итеү өсөн йыл һайын квота билдәләүҙе күҙ уңында тотҡан закон ҡабул итте.
«Закон үҙенсәлекле балаларҙың ялы өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Махсус лагерҙар күп түгел. Ләкин һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға сәләмәтлеген нығытыу, көс туплау, яңы ыңғай хис-тойғолар кисереү айырыуса мөһим. Йәй көнө уларҙың өйҙә ултырыуы һис тә дөрөҫ түгел», - тигәйне парламент спикеры Вячеслав Володин.
Уның һүҙҙәренсә, төҙәтмәләр көсөнә ингәндән һуң төбәктәр инклюзив ял итеүгә квоталар билдәләй һәм һуңынан уларҙы балалар лагерҙары араһында бүлеү мөмкинлегенә эйә була.
«Дәүләт Думаһы инвалид бала ҡараған ғаиләләргә ярҙам саралары өҫтөндә системалы эшләй. Бындай балаларҙың ата-әсәһенең ай һайын дүрт ял көнө урынына йылына бер тапҡыр 24-кә тиклем өҫтәмә түләүле ял көнө алыу хоҡуғы тураһында закон ҡабул ителде, — тип иҫкә төшөрҙө Вячеслав Володин. — Дүрт йәше тулған балаларҙың ата-әсәһе бала менән стационарҙа ятҡанда бушлай йоҡо урыны һәм туҡланыу менән тәьмин ителә. Дәүләт Думаһы инвалид балаларҙың пенсияһынан һәм пособиеһынан бурысты алыуҙы тыйыу тураһында закон проектын да ҡарарға йыйына».