«Уҡыусының сәләмәт туҡланыуы» Бөтә Рәсәй акцияһының «Лидер булырға ваҡыт» конкурсының федераль этабы һөҙөмтәләре билдәле булды. Жюри эше йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың дүрт уҡыусыһы еңеүселәр иҫәбенә инде. Уларға бүләк – «Артек»ҡа юллама, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Мәғариф министрлығынан.
Ведомствола белдереүҙәренсә, республикабыҙҙың өлкән класс уҡыусылары икенсе йыл инде ошо акцияла әүҙем ҡатнаша. 2023 йылда 21 иң яҡшы эш «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә тематик сменаға путевка өсөн алыу хоҡуғына конкурстың федераль этабына йүнәлтелде.