Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-23 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2023, 13:39

Өфөлә IV Халыҡ-ара ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеп ҡороу форумы асылды

Өфөлә ҡалаларҙы үҫтереүгә һәм һанлы үҙгәртеп ҡороуға арналған IV «Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы асылды.

Күләмле форум БРИКС-тың Эшлекле советында хуплау тапты, ә ҡатнашырға 50-нән ашыу ил саҡырылды. Форум эшендә туранан -тура, шулай уҡ онлайн рәүештә донъяның ете иленән 2 меңгә яҡын кеше ҡатнаша.

«Аҡыллы ҡала — Аҡыллы ил» халыҡ-ара форумы ҡалаларҙы үҫтереү өлкәһендә алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу һәм яңы идеялар тәҡдим итеү өсөн ҙур майҙансыҡ булып тора.

Төп маҡсат — бизнес менән власть араһында диалог булдырыу. Форум эшендә федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдары, дәүләт корпорациялары вәкилдәре, тармаҡ ассоциациялары етәкселәре һәм төрлө кимәлдәге бизнес вәкилдәре ҡатнаша.

Форумдың эшлекле программаһы биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү өлкәһендәге мөһим йүнәлештәргә һәм инновацияларға арналған. Ҡатнашыусылар үҙ проекттарын күрһәтеп, төрлө тармаҡ белгестәре менән тәжрибә уртаҡлаша ала. Улар араһында — идара итеүҙе һанлы үҙгәртеп ҡороу, төҙөлөш, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, туризм, транспорт, юл төҙөлөшө һәм энергетика.

Сараны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров асты. Ул ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан өсөн ошо халыҡ-ара форумды ҡабул итеү оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ икәнен билдәләне.

«Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселегенә форумды үткәреүҙе ышанып тапшырғандары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә эшләүе уңайлы булһын өсөн тырышырбыҙ. Беҙҙә күп кенә перспективалы программалар тормошҡа ашырыла. Өфөнө генә алғанда, ГЛОНАСС аша коммуналь техника менән идара итеү, «Хәүефһеҙ ҡала» системаһы һәм халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән башҡа төрлө системалар», - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Форум 28 июлгә тиклем эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2023-07-26/v-ufe-otkrylsya-iv-mezhdunarodnyy-forum-razvitiya-i-tsifrovoy-transformatsii-gorodov-3354973

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас