10:13 (UTC+5), 25 Июля 2023

Республикала 32 градус эҫе булыуы фаразлана

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Синоптиктар фаразы буйынса, Башҡортостанға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта. Шишәмбе, 25 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Шаршамбы, 26 июлдә, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +24, +29°.

Кесе йома, 27 июлдә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32°.

Башҡортостан был аҙнала йәнә йылы көньяҡ һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала, тип хәбәр иткәйнеләр Башинформға Башгидрометтан. Ләкин июлдең икенсе ун көнлөгөндәге кеүек иң эҫе һауа торошо көтөлмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-25/v-bashkirii-prognoziruetsya-32-gradusnaya-zhara-3354183

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика