Өфөнөң Совет майҙаны янында автомобиль һәм йәмәғәт транспорты хәрәкәтен ябыу ваҡыты үҙгәрҙе, унда 27 июлдә Рәсәй эске эштәр органдары белгестәрен сығарылыш тантанаһы була.
Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, Пушкин (Цюрупа һәм Ленин урамдары араһында), шулай уҡ Совет урамдарында (Зәки Вәлидиҙән Октябрь революцияһына тиклем) сикләү көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 6-сы яртыға тиклем ғәмәлдә. Бынан алдараҡ «Башинформ» көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә ҡәҙәр хәрәкәтте сикләү тураһында хәбәр иткәйне.
29 июлдә лә иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем юлдар ябыла.