Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июль 2023, 11:49

«Башинформ» — Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған киң мәғлүмәт сараһы 

«Медиалогия» комапанияһы хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың икенсе кварталында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды.

«Башинформ»дың цитата килтереү индексы 121,93 тәшкил итте. Икенсе урында — 79,19 күрһәткесе менән Mkset.ru. Өсөнсөлә иһә 56,03 өҙөмтә килтереү индексы менән Башҡортостан юлдаш телеканалы. Рейтингта тәүге бишәү иҫәбендә 41,14 һәм 39,21 күрһәткестәре менән Ufa1.ru һәм Ufa.rbc.ru баҫмалары ла бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-24/bashinform-vnov-priznan-samym-tsitiruemym-smi-bashkirii-3353977

Читайте нас