10:06 (UTC+5), 25 Июля 2023

Башҡортостанда «Йәштәр йыйыны»на ирекмәндәр йыялар

Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының IV «Йәштәр йыйыны - 2023» форумына ирекмәндәр йыялар. Сара 22-25 августа Бөрйән районында ойошторола. Был хаҡта республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәге хәбәр итә.

Һайлап алыу шарттарына ярашлы, 18 йәше тулған һәр кем ирекмән була ала. Төп критерий —  «Добро.РФ» берҙәм мәғлүмәт системаһында ирекмәндәр сәғәте һаны һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре.

Форум барышында эшен сифатлы башҡарған кандидаттар «Другое дело» платформаһында рәхмәт хаттары, сувенирҙар һәм балдар, шулай уҡ «Бөтә донъя йәштәр фестивале - 2024» волонтерҙар корпусына инеү өсөн  тәҡдимдәр алырға мөмкин.

2023 йылдың 13 авгусына хәтлем теркәлергә кәрәк. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, күләмле сара палаткалы лагерь форматында ойошторола. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-25/idet-nabor-volonterov-na-yyyyn-molodezhi-2023-v-bashkirii-3355084

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика