«Башҡорт аты» — Баймаҡ ҡына түгел, республика кимәлендәге фестиваль, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һәм уны ойоштороу эшенә булышлыҡ итергә ҡушты, тип хәбәр итә «Башинформ».
— Был — башҡорт тоҡомло аттарға бәйле сара. Ул йылдан-йыл әһәмиәтлерәк ваҡиғаға әүерелергә тейеш. Һуңғараҡ ул төбәк-ара фестиваль булыр. Ҡалмыҡтар, ҡарасай-черкестар, татарҙар беҙҙең менән ошо йүнәлештә аралашырға теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Урал аръяғы райондары муниципалитеттары башлыҡтарына ла мөрәжәғәт итәм, һеҙҙең егеттәр килһен, ярҙам итһен. Был Баймаҡ ҡына түгел, ә республика фестивале, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
— Эш уңышлы дауам итә, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, әҙерлекте тәьмин итербеҙ, — тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.