


Башҡорт теле дәүләт теле булмаған төбәктәрҙә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Силәбелә туған башҡорт телен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә арналған «Белем» төбәк-ара конференцияһы ойошторола. Яңыраҡ был проект Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды.
Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп контингент — Силәбе, Свердловск, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре уҡытыусылары. Был төбәктәрҙә башҡорттар тығыҙ йәшәй һәм улар өсөн туған телде өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Конференцияны даими үткәреү ниәте бар. Был осрашыуҙар һәм педагогтар өсөн мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү — оҙайлы аралашыуға, тимәк, даими үҫешкә башланғыс бирәсәк.
Гранттың заявкаһында билдәләнеүенсә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың күпселеге — Силәбе өлкәһендә. Туған телен өйрәнгән милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Төп проблемаларҙың береһе —уҡытыусыларҙың бер-береһе менән тейешенсә аралашмауы, һөҙөмтәлә биреү учреждениеларында ла уҡытыу кимәле түбәнәйә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй юҡҡа сыға.
Шуға күрә мөһим мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн туған тел уҡытыусыларына айырым майҙансыҡ ойошторорға ҡарар ителде.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.