08:35 (UTC+5), 21 Июля 2023

Республикала власть органдарына Дәүләт хеҙмәттәре аша мөрәжәғәт итергә мөмкин

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Дәүләт Думаһында власть органдарына «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша мөрәжәғәт итергә мөмкинлек биргән закон ҡабул ителде. 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем бөтә ведомстволар ҙа ошо майҙансыҡҡа ҡушылырға тейеш.

Дәүләт Думаһы сайтында хәбәр ителеүенсә, закон 2023 йылдың 1 сентябренән көсөнә инә. Был закон илдең һәр кешеһенә ҡағыла, тине Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәтен үҫтереү, ижтимағи һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Ольга Тимофеева.

«Беҙ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, шәхси кабинет аша чиновникка йәки төбәк йә иһә федераль кимәлдәге етәксегә мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген булдырабыҙ», - тип билдәләне комитет башлығы.

Парламентарийҙар алдында власть органдары етәкселәренең закон боҙмауын һәм һәр ваҡыт халыҡ менән бәйләнештә булыуын, граждандарҙың һорауҙарына оператив яуап биреүен күҙәтеү бурысы тора, тип өҫтәне Ольга Тимофеева.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-21/zhiteli-bashkirii-mogut-obratitsya-v-organy-vlasti-cherez-gosuslugi-3349925

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика