Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-26 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2023, 12:33

Башҡортостан Башлығы күренекле ғалимдың әсәһен «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләне

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәһүҙина Динура Нурый ҡыҙын «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләне.

Тейешле указ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 8 июлдә Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам концертында Динура Нурый ҡыҙының улы Айҙар Ишмөхәмәтов Башҡортостан Башлығы ҡулынан ошо награданы алды.

Ул — аллергология, иммунобиология, вакцинология, эпидемиология өлкәһендә танылған ғалим. Рәсәй фәндәр академияһының М. П. Чумаков исемендәге иммунобиологик препараттарҙы тикшереү һәм әҙерләү ғилми үҙәгенең генераль директоры, коронавирусҡа ҡаршы «Ковивак» вакцинаһы ла ошонда әҙерләнде. Рәсәй фәндәр академияһы ағзаһы. Коронавирус инфекцияһы ҡуҙғытҡысына ҡаршы вакцина әҙерләүҙә һәм етештереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Пирогов ордены менән бүләкләнгән.

Динура Йәһүҙинанан тыш, Дыуан районының Өлкөндө ауылынан Әлфиә Фәзуллина ла «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды. Әлфиә Мәҡсүтйән ҡыҙы тормош иптәше менән өс инвалид баланы тәрбиәгә алған, ире 2019 йылда ҡаты сирҙән вафат булған. Ханым балаларға һәр яҡлап өлгө булып тора, ата-әсәлек бурысына яуаплы ҡарай, уларҙа намыҫлылыҡ һәм эшһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләй.

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандан һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән яугир-герой Вячеслав Бацокиндың әсәһе Әлфиә Бацокина ла «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын алды.

«Ата-әсә даны» ордены миҙалына Салауаттан Марина һәм Йалчын Аккойун, Өфөнән Анастасия һәм Андрей Целыхтар лайыҡ булды. Ике ғаилә лә ишле, ата-әсә үҙ балаларында иң яҡшы кешелек сифаттарын, Тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, ололарға ихтирам тойғоһон тәрбиәләй.

Белешмә

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балаларҙы тәрбиәләүҙә өлгө булып торған ата-әсәләр, опекундар, попечителдәр бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-21/glava-bashkirii-udostoil-medali-roditelskaya-doblest-mat-vydayuschegosya-uchenogo-3349510

Валерий Шахов
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас