14:13 (UTC+5), 20 Июль 2023

21 йәше тулған етем балалар торлаҡ сертификаты алыу мөмкинлегенә эйә

Альмира Давлетбаева

Дәүләт Думаһы шаршамбы, 19 июлдә, икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың торлаҡ һатып алыу йәки ипотека кредитын ҡаплау өсөн түләүгә хоҡуғы тураһында закон ҡабул итте.

Думаның барлыҡ фракциялары депутаттары әҙерләгән төҙөтмәләргә ярашлы, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, 21 йәше тулғас, торлаҡ сертификатын алырға мөмкин (әгәр быға тиклем ил субъекттарында ошондай нормалар ҡаралған булһа).

Шулай уҡ етем балалар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм үҙҙәре ата-әсә булып, әсәлек капиталын торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланырға йыйыныусылар сертификат алыуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.

Тәүҙә закон проектында 23 йәш тип билдәләргә тәҡдим ителгәйне.

«Торлаҡ сертификаттары етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итеүҙә һөҙөмтәле булыуын күрһәтте, күпселек төбәктәрҙә ошондай программалар тормошҡа ашырыла. Йәш сиген 21 йәшкә тиклем кәметеү хоҡуғы төбәктәргә етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү бурысын һөҙөмтәлерәк хәл итергә мөмкинлек бирер», - тине Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин.

«Башинформ» 2022 йылда Башҡортостанда 945 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланың торлаҡ менән тәьмин ителеүе тураһында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-20/deti-siroty-smogut-poluchit-zhilischnyy-sertifikat-pri-dostizhenii-imi-21-goda-3347482

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика