11:51 (UTC+5), 19 Июля 2023

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән федераль программаларҙы раҫланы

Альмира Давлетбаева

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яңыртыу буйынса әүҙем эшен дауам итә. Мәҫәлән, туған телдәрҙе уҡытыу методикаһын һәм технологияһын камиллаштырыу маҡсатында һәм яңыртылған стандарттарға ярашлы «Туған (башҡорт) теле», «Туған (башҡорт) әҙәбиәте», «Башҡортостан Республикаһының дәүләт (башҡорт) теле» уҡыу предметтары буйынса федераль программалар әҙерләнгән.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы уҡыу-методик совет ҡарары менән федераль программаларҙың хупланыуы һәм тейешле кимәлдәге федераль белем биреү программаларына индерелеүе билдәле булды.

«Башланғыс дөйөм белем биреү, төп дөйөм белем биреү, урта дөйөм белем биреү федераль программалары Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы бойороҡтары менән раҫланды», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға ведомствонан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-19/minprosvescheniya-rossii-utverdilo-federalnye-programmy-po-bashkirskomu-yazyku-i-literature-3345991

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика