Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2023, 17:18

Башҡортостанда хаҡлы ялдағы инәй яугирҙәргә автомобиль ебәргән

«Дәүләкән ТВ»
Фото:«Дәүләкән ТВ»

Дәүләкән районының Көрмәнкәй ауылынан Фәһимә Солтанова үҙенең УАЗ «Буханка» автомобилен махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға биргән.

«Үҙебеҙ һуғыш балалары, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күп күрҙек. Балаларҙың һәр береһенең машинаһы бар, уны кем йөрөтә. Нисә йыл тик торҙо. Ауыл советы менән һөйләштек тә ебәрәйек, тинем», - ти Фәһимә инәй «Дәүләкән ТВ» телеканалына.

Көрмәнкәй ауыл советы башлығы Дамир Дәүләтов әйтеүенсә, машинаны ошо ауыл егеттәре хеҙмәт иткән подразделениеға тапшырғандар.

Был район халҡының яҡташтарына берҙән-бер ярҙамы түгел. «Асылыкүл» гәзите яҙыуынса, Ҡоръятмаҫ ауылы старостаһы Фәнир Халиҡов махсус хәрби операция зонаһына ике автомобиль гуманитар ярҙам илткән. Һуңынан яугирҙәр әйтеүенсә, иң тәмлеһе тыуған яҡтан ебәрелгән икмәк булған.   

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-07-18/pensionerka-iz-bashkirii-otdala-svoy-avtomobil-soldatam-na-svo-3344713

Читайте нас: