Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2023, 11:59

Республикала яҙғы саҡырылыш барышында 5,5 меңдән ашыу егет Рәсәйҙең ҡораллы көстәре сафын тулыландырҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Яҙғы саҡырылыш барышында Башҡортостандан 5,5 меңдән ашыу егет Рәсәйҙең ҡораллы көстәре сафын тулыландырҙы, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республика хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән. Хәрби ведомствола белдереүҙәренсә, егеттәр илдең төрлө төбәктәренә хеҙмәт итергә оҙатылды, ә биш яҡташыбыҙ ғилми роталарға юлланды.

Уларҙың барыһы ла коронавирус инфекцияһына тест тапшырған, медицина битлектәре, бахилдар, бактерияларға ҡаршы саралар, шулай уҡ кейем-һалым һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән.

Призывниктарҙың күпселеге 4-5 айға уҡыу үҙәктәренә ебәрелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-17/v-bashkirii-v-hode-vesennego-prizyva-bolee-5-5-tysyach-yunoshey-popolnili-ryady-vooruzhyonnyh-sil-rossii-3342368

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас