07:57 (UTC+5), 17 Июля 2023

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Фото: Рөстәм Шәриповтың социаль селтәрҙәре
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда Фәтхулла Әһлиулла улы Юламанов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Был хаҡта Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Фәтхулла Әһлиулла улы 1923 йылдың 15 июлендә Аҡъяр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1942 йылдың 5 мартында фронтҡа алынған. Сталинградҡа йәйәү барған, Донды аша сыҡҡан, ҡаты алыштарҙың береһендә аяғы яраланған, башына ла бомба ярсығы тейгән. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланған. Тыуған Аҡъярына ул 1954 йылда ғына ҡайтҡан. Ошо уҡ йылда Гәүһәр Абдулла ҡыҙы менән ғаилә ғорған. Улар 58 йыл бергә татыу ғүмер кисергән, биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн ветерандың һигеҙ ейәне һәм биш бүләһе бар. Хаҡлы ялға тиклем Фәтхулла Әһлиулла улы ауыл хужалығы тармағында эшләгән.

«Беҙҙең юбилярға рух ныҡлығы, оптимизм, алсаҡлыҡ һәм ауырлыҡтарға сыҙамлылыҡ хас. Ҡаты һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдар уны сыныҡтырған, ғүмерен һәм һаулығын ҡәҙерләргә өйрәткән. Әйткәндәй, Фәтхулла Әғлиулла улы — Хәйбулла районының иң өлкән кешеһе, — тип яҙҙы район башлығы. — Илебеҙҙең именлегенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге, тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙ менән бәхетле ғүмер итеүегеҙҙе теләйем!»
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика