08:26 (UTC+5), 17 Июля 2023

Башҡортостан бүлексәһе Рус география йәмғиәтенең Ҙур көмөш миҙалына лайыҡ булды

Альмира Давлетбаева

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе Рус георгафия йәмғиәтенең Ҙур көмөш миҙалына лайыҡ булды. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«4 июлдә Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең попечителлек советы ултырышын үткәрҙек һәм йомғаҡ яһаныҡ. Беҙ илдә икенселәрҙән булып Рус география йәмғиәтенең абруйлы наградаһын — Ҙур көмөш миҙалын алдыҡ», — тине республика етәксеһе.  

Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөп бөткәс, миҙалды шунда тапшырабыҙ, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда булдырылған награда Рус география йәмғиәте проекттарын уңышлы тормошҡа ашырған, экспедициялар, тикшеренеүҙәр һәм сәйәхәттәр ойоштороуҙағы эшмәкәрлек, география фәндәре өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн өсөн бирелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-17/bashkirskoe-otdelenie-russkogo-geograficheskogo-obschestva-udostoeno-bolshoy-serebryanoy-medali-rgo-3342969

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика