Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2023, 11:50

Өфөлә йәмәғәт транспортын тикшереү ойошторола

Бөгөн, 13 июлдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында пассажир транспортын тикшереү ойошторола. Ҡалала ЮХХДИ инспекторҙары һәм техник контроль бүлексәләре белгестәре рейдтар үткәрә.

«Автобустарҙың техник торошона һәм водителдәрҙең рейс алдынан медицина һәм техник тикшереүе үтеүенә, уларҙың хеҙмәт һәм ял режимын үтәүенә, шулай уҡ пассажирҙарҙы ташыуҙа билдәләнгән нормаларға айырым иғтибар бирелә», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһынан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-13/v-ufe-proydut-massovye-proverki-obschestvennogo-transporta-3337831

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: