Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2023, 16:09

Башҡортостанда заманса «Салауат ере» паркы асыла

Салауат районындағы «Янғантау» геопаркы биләмәһендә «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы төҙөлә. Ул Тәкәй ауылы янында 4,5 гектар самаһы майҙанды биләй, тип яҙа «Салауат ерендә» гәзите.

Проект Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» әҫәренә нигеҙләнеп әҙерләнгән. Унда юлдар, күҙәтеү майҙансыҡтары, беседкалар, эскәмйәләр, яҡтыртыу, тамашасылар өсөн амфитеатр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле тематик зоналар бар. Объекттың хаҡы 128 миллион һумға баһалана. Төп объекттарҙы йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Төҙөкләндереү, кәртәләү, электр уты менән тәьмин итеү эштәре 2024 йылдың яҙында башҡарыла. Йәйгә яңы парк ҡунаҡтарҙы ҡабул итә ала.

«Подряд ойошмаһы урында әҙерлек эштәренә тотондо», - тип хәбәр итте «Янғантау» геопаркы директоры Айрат Ғәлиев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-13/v-bashkirii-otkroetsya-unikalnyy-park-zemlya-salavata-3338634

Читайте нас