Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2023, 13:32

Учалыла йәшәүселәр Граждандар һуғышы осорондағы артиллерия снарядын тапҡан

Учалы районының Мәҫкәү ауылы янында Граждандар һуғышы осоронан ҡалған 122 миллиметр артиллерия снаряды табылған. Урынға саперҙар саҡырылған. Улар табылдыҡты шартлатҡан. Был хаҡта «Башинформ»ға район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновтан билдәле булды.

«Граждандар һуғышы ваҡытында бында хәрби хәрәкәттәр барған, снаряд 100 йылға яҡын ятҡан тип фаразларға мөмкин», - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-12/zhiteli-bashkirii-nashla-artilleriyskiy-snaryad-vremen-grazhdanskoy-voyny-3336510

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: