


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында — Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон, «Барс» отрядтары яугирҙәре һәм мобилизацияланғандар. Бөтәһе 36 кеше. Уларҙың дүртәүһе — генерал Шайморатов орденына, ҡалғандары генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булды.
«Һеҙ хәҙер фронт һыҙығында Тыуған илебеҙ, тыныс тормош өсөн көрәшкән, ышанып тапшырылған участкаларҙа мөһим бурыстарҙы үтәгән меңләгән яҡташыбыҙ өсөн өлгө булып тораһығыҙ, - тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы. - Республика һеҙҙең менән ғорурлана. Һеҙгә һәм һәр ваҡыт ышанып, өмөтләнеп көткән ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ысын күңелдән рәхмәт. Барығыҙға ла хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, өйҙәрегеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем».
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бөгөн юғары наградаға лайыҡ булған яугирҙәрҙең күбеһе уға таныш.
«Бында Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон яугирҙәре лә бар. Командирҙарҙан һеҙҙең турала тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетәм. Ғөмүмән, Салауат Юлаев батальонын Донбаста хәрби бурысын үтәгән Рәсәй гвардияһының шәп батальондарының береһе, тиҙәр. Әлбиттә, был хөрмәт уята. Бының өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика мобилизацияланғандар өсөн бик борсола, «улар унда бик күп» һәм мөһим бурыстарҙы башҡара.
«Уҙған аҙнала мин Днепрҙа 55 саҡрым оборона тотҡан полк командиры менән осраштым. Ир-егеттәр илебеҙгә тоғро хеҙмәт итә, ҡыйыулыҡ күрһәтә. Шайморатов миҙалын ғорурлыҡ менән тағып йөрөгөҙ. Был миҙал — батырлығығыҙҙы, хәрби ҡаҙаныштарығыҙҙы таныу ул», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.
Бөгөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнеүселәрҙең береһе — «Айғыр» ҡушаматлы яугир. Быға тиклем Өфөлә программист булып эшләгән. Хәҙер разведкала хеҙмәт итә.
«Бөгөн мин миҙал алдым. Армия сафында хеҙмәт итмәһәм дә, йөрәк ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция зонаһына киттем. Программист булып эшләй инем. Ғаиләм бар. Былтыр октябрҙә Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальонға инеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Декабрҙә беҙ махсус хәрби операция зонаһына юлландыҡ, бына хәҙер отпускыға ҡайттыҡ. Ял итергә кәрәк», - тип һөйләне ул «Башинформ» агентлығына.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.