Краснокама районының «Росинка» лагерында беренсе заезд ваҡытынан алда тамамланды. Эсәк инфекцияһы осраҡтары асыҡланғандан һуң учреждениела санитар эшкәртеү эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ «Башинформ» балалар һауыҡтырыу үҙәге биләмәһендә ауырыу осраҡтары тураһында яҙғайны.
Хәҙер хәл Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы контролендә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, яңы смена алдынан лагерь ябылды.
«Росинка» балалар һауыҡтырыу үҙәге 7-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн асылған. Үҙәк Нефтекаманан 10 километр саҡрым, Раздолье ауылы янындараҡ урынлашҡан.