Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында республика биләмәһендә сыҡҡан янғындарҙың интерактив картаһы барлыҡҡа килде. Был хаҡта 11 июлдә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, карта көн һайын оператив мәғлүмәттәргә ярашлы яңыртылып тора.
«Был халыҡҡа, шул иҫәптән туристарға мәғлүмәт еткереү өсөн кәрәк, улар ҡайҙа хәүеф янауын белергә тейеш», - тине ведомство етәксеһе.