Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2023, 13:24

Ратмир Мәүлиев Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡалалары етәкселәре медиарейтингында позицияларын яҡшыртты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

«Медиалогия» компанияһы 2023 йылдың июне өсөн Волга буйы федераль округы субъекттарының баш ҡалалары етәкселәре медиарейтингын әҙерләне.

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев рейтингта бишенсе урында килә, бер айҙа ул 2 позицияға күтәрелде. Ә Өфө ҡала советы рәйесе Марат Вәсимов рейтингта бер баҫҡысты юғалтты, хәҙер ул 26-сы урында тора.

Медиарейтинг лидеры – Түбәнге Новгород башлығы Юрий Шалабаев. Һуңғы, 28-се урында Саранск депутаттары советы рәйесе Татьяна Шукшина.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Волга буйы федераль округы төбәктәре башлыҡтары араһындағы медиарейтингта беренсе урынды алыуын хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-10/mer-ufy-ratmir-mavliev-uluchshil-pozitsii-v-mediareytinge-pervyh-lits-stolits-sub-ektov-pfo-3333708

Читайте нас