

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә, республикала 235 пар өйләнешкән. Был хаҡта республика премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был байрам Бөрөлә республика ғаилә фестивале менән билдәләнде. Унда Андрей Назаров хәләл ефете Лариса Назарова менән 25 йылдан ашыу бергә татыу ғүмер кисергән һәм балаларын йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары итеп үҫтергән биш парға «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырҙы.
«Республикабыҙҙа ныҡлы, матур ғаиләләр күп. Йыл һайын беҙ ошондай 70 миҙал тапшырабыҙ. 2013 йылдан Башҡортостанда 800-гә яҡын пар йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнде. Йәш ғаиләләргә уларҙан өлгө алырға мөмкин», - тип яҙҙы Башҡортостан премьер-министры социаль селтәрҙә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.