08:03 (UTC+5), 07 Июль 2023

Республикала көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҙур йөк транспорты хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

Фото: Александр Клебановтың телеграм-каналы
Роман Якимчук

Алдағы көндәрҙә көндөҙ һауа температураһының +32 градустан юғарыраҡ булыуы көтөлә, шуға бәйле Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов үҙенең телеграм-каналында республика хөкүмәтенең 2023 йылдың 30 мартындағы 146-сы ҡарарының ғәмәлдә булыуын иҫкә төшөрҙө. Эҫе көндәрҙә ҙур йөк машиналары өсөн юлдарҙа хәрәкәт сикләнә.

Сикләү көндөҙ, урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем ғәмәлдә була. Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнөң реконструкция эштәре барған Пугачев урамында хәрәкәтте ябыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-07/v-bashkirii-iz-za-zhary-vremenno-ogranichivaetsya-dvizhenie-bolshegruznogo-transporta-3331168

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика