Бөгөн «Первушино» аэродром комплексы биләмәһендә Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге III авиация конгресы һәм XVII Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слеты асылды. Уларҙа илдең 40-тан ашыу төбәгенән ҡунаҡтар ҡатнаша, сара Рәсәйҙең граждандар авиацияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған.
«Граждандар авиацияһы слётында ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Быйыл Рәсәйҙең граждандар авиацияһына – 100, ә Башҡортостандың граждандар авиацияһына 90 йыл тулды. Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар – авиацияның, дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияның сағыу патриоттары килде. Беҙ, әлбиттә, бөтә командаларҙы ла ихлас сәләмләйбеҙ. 25-тән ашыу команда, 40-ҡа яҡын еңел моторлы самолёт.
Башҡортостан – осорға яратҡан төбәк. Яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар лётчик-штурмовик Муса Ғайса улы Гәрәев хаҡында беләһегеҙ. Әйткәндәй, ул ғүмеренең һуңғы йылдарында республикабыҙ ДОСААФ-ы етәксеһе булып эшләгән, Башҡортостанда авиацияны үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарған.
Барығыҙҙы ла ысын күңелдән сәләмләйем. Бында сағыу, һәләтле авиация һөйөүселәр йыйылғанын беләм. Уңыштар һеҙгә. Килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Беҙ һеҙҙе ихлас ҡаршы алабыҙ», - тине Радий Хәбиров, слетта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Башҡортостан Башлығы тамашасылар менән бергә һауа авиация программаһын күҙәтте. Атап әйткәндә, пилоттар юғары пилотаж фигураларын күрһәтте, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән осоп үтте, ә һуңынан АН-2 самолетынан һигеҙ парашютсы бергәләп һикерҙе. Радий Хәбиров ЯК-12, СП-30, СК-12 «Орион», «Борей» самолеттарын һәм «Танго» автожирын ҡараны.
Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһы президенты, «Первушино» аэродром комплексы етәксеһе Сергей Миңлеғолов һүҙҙәренсә, ЯК-12 самолеттары бик үҙенсәлекле. Улар 1947 йылда Иосиф Сталин указы буйынса илдең иҡтисади ихтыяжы өсөн дөйөм тәғәйенләнештәге тәүге еңел самолёттар итеп эшләнгән. «Борей»һәм «Душа Каспия» гидросамолеттары тулыһынса илебеҙҙеке, донъяла аналогтары юҡ тиерлек.
Сергей Миңлеғолов «Первушино» аэродромының 2011 йылда булдырылыуы, 116 гектар майҙанды биләүе хаҡында һөйләне. Бында йыл һайын авиация һөйөүселәрҙең Бөтә Рәсәй слеттары ойошторола. Һуңғы йылдарҙа аэродром дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереүҙең төп үҙәгенә әүерелде.
Аэродром эргәһендә йыл һайын 60-ҡа яҡын пилот әҙерләү буйынса уҡыу үҙәге эшләй. Илдә бындай уҡыу үҙәктәре өсәү генә: Өфөлә, Воскресенскиҙа һәм Омскиҙа.