Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2023, 12:44

Өфөлә август айында тәүгә «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйындар фестивале ойошторола

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте сайты
Фото:Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте сайты

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығында 16-20 августа Өфөлә уҙырға тейешле «Әйҙә уйнарға» беренсе Бөтә Рәсәй уйындарына әҙерлек һәм уны ойоштороу мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үтте. 2023 йылдың май аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары етештереүселәрҙе бергә туплау бурысын йөкмәткәйне.

Эш кәңәшмәһендә Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Рәсәйҙең балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина, Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Спорт министрлығы, Өфө хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә улар сараға әҙерлек йәһәтенән бик күп мәсьәләләрҙе тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

«Етештереүселәрҙең Рәсәй баҙарынан китеүе урындағы етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр аса. Шуға күрә балалар өсөн күңел асыу тауарҙары етештереү өлкәһендә ошондай ҙур сара үткәреү республикабыҙҙа әлеге сәнәғәт тармағын әүҙемләштерергә ярҙам итәсәк. Халыҡ-ара саралар уҙғарыу йәһәтенән тәжрибәбеҙ етерлек, шуға фестиваль юғары кимәлдә үтер тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Маргарита Болычева.

Антонина Цицулина һүҙҙәренсә, «Әйҙә уйнарға» фестиваленең төп маҡсатлы аудиторияһы — балалы ғаиләләр. Балалар тауарҙары индустрияһы предприятиелары ассоциацияһы президенты биш көнлөк фестивалде төп пленар сессия менән профессиональ эшлекле программаға һәм әүҙемлектәр менән асыҡ өлөшкә бүлеү тәҡдимен индерҙе.

Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Өфөлә күмәк мәҙәни саралар ойоштороу үҙенсәлектәре менән уртаҡлашты. Ул уйындар һәм уйынсыҡтар менән бәйле башҡорт персонаждарын һәм әҙәби әҫәрҙәрен файҙаланыу концепцияһын тәҡдим итте.

«Билдәле артистар уҡыуында киске әкиәттәр, балалар китаптарының геройҙары менән оҫталыҡ дәрестәре, гастрозона, ҡурсаҡ театрҙары, уйын перфоманстары. Милли музейҙа һирәк осраған боронғо уйынсыҡтар күргәҙмәһен әҙерләйбеҙ», —  тип пландары менән таныштырҙы Әминә Шафиҡова.

Фестивалдә тотош илдән балалар уйындары һәм уйынсыҡтар етештереүселәр ҡатнаша. Шулай уҡ республикабыҙҙың «Альтернатива», «Спектр», «Умка» йәмғиәттәре продукцияһы менән танышырға һәм һатып алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-07/v-ufe-v-avguste-proydet-pervyy-vserossiyskiy-festival-igr-y-igrat-3330886

Читайте нас: