Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2023, 15:40

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр таныҡлығын алмаштыра һәм машинаһын теркәй алмай

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Повестка алып та, хәрби комиссариатҡа килмәгән рәсәйҙәр водитель таныҡлығын алмаштыра һәм машинаһын теркәй алмай. Был хаҡта матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең ЮХХДИ башлығы Михаил Черников хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, ҡасып йөрөүселәр ведомствоның мәғлүмәттәр базаһында күренә.

«Беҙ ундайҙарҙы дөйөм федераль системала күрәбеҙ. Бындай граждандарға  дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелмәй: улар водитель таныҡлығын да алмаштыра,  машинаһын да теркәй алмай», - тип белдерҙе илдең ЮХХДИ етәксеһе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-06/v-rossii-uklonisty-ne-smogut-obmenyat-prava-i-zaregistrirovat-mashinu-3330126

Читайте нас: