


Башҡортостанда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына ғаризаларҙы 15 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, конкурсҡа балалар һәм үҫмерҙәр өсөн айырым китап булып нәшер ителгән, ваҡытлы матбуғатта баҫылған йәки эштәрҙе ҡабул итеү ваҡытынан бер йыл алдараҡ башҡа ысул менән баҫылған әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ҡабул ителә.
Премияға эштәрҙе дәүләт власы, урындағы үҙидара органдары, предприятиелар, учреждениелар, ойошмалар һәм ижади союздар күрһәтергә хоҡуҡлы.
Комиссияның адресы: Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, 23-сө бүлмә. Белешмәләр өсөн телефон: 280-87-75. Конкурс тураһында положение менән һылтанма буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтында танышырға мөмкин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-05/novost-bez-zagolovka-3328931-3328931
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.