Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-16 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2023, 14:48

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Ксения Калинина
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостанда хәүефле һауа торошо фаразлана: республиканың төньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, алдағы тәүлектә аҙ болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге төндә секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15, +20, көнсығышта +10, көндөҙ +28, +33.

Өфөлә лә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан төндә тиҙлеге секундына 1-6 метр, көндөҙ 5-10 метр. Һауа температураһы төндә +15,+17,  ҡала үҙәгендә +20, көндөҙ +30,+32.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-06/v-bashkirii-prognoziruyutsya-opasnye-pogodnye-yavleniya-mchs-3329985

Автор: Дарья Субботина
Читайте нас