«Ред Вингз» авиакомпанияһы аҙнаһына 7 тапҡыр Өфөнән Тбилисиға һәм Кутаисиға халыҡ-ара авиарейстар башҡарыуға рөхсәт алды. Федераль һауа транспорты агентлығының бойороғонда ошо турала әйтелә.
Бынан тыш, тағы 3 ай Өфө - Астана («Азимут» һәм «Ред Вингз» авиакомпаниялары), Өфө - Алматы («Ред Вингз», «Ютэйр»), Өфө - Анталья («Ред Вингз»), Өфө - Ташкент («Ютэйр») авиарейстарын башҡарырға рөхсәт бирелде.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда Занзибарға авиарейстар асырға йыйыныуҙарын хәбәр иткәйне.