

2023 йылда Башҡортостан университеттары бюджетҡа 14 886 абитуриентты ҡабул итергә йыйына, был уҙған йылға ҡарағанда 512-гә күберәк, тип хәбәр итә «Аңлатабыҙ. Башҡортостан» телеграм-каналы. Илдең юғары уҡыу йорттарында бөтәһе 626 мең бюджет урыны бар, шул иҫәптән 36 меңдән ашыуы - яңы төбәктәрҙә.
260 000 абитуриент шәхсән үҙе, почта аша, юғары уҡыу йорттарының мәғлүмәт системалары аша һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үҫеш алған «Уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» суперсервисы аша документтарын тапшырған. Уның менән 126 000 кеше файҙаланған, 400 000-дән ашыу ғариза бирелгән.
Вице-премьер Дмитрий Чернышенко сервистың хәүефһеҙ һәм мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә юғары тиҙлекә эйә булыуын билдәләне. Уға 1000-дән ашыу уҡыу йорто тоташҡан. Һанлы профиль булдырыу һөҙөмтәһендә абитуриентҡа мәғлүмәттәрҙе ҡулдан индереү кәрәкмәй. Ғаризаны 1,5 - 5 минут эсендә тапшырырға мөмкин. Ҡабул итеү кампанияһы 25 июлгә тиклем дауам итә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары, шулай уҡ Рәсәй Геройҙары һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр уҡырға ингәндә ташлама менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Улар өсөн айырым квоталар бар.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.