09:28 (UTC+5), 04 Июль 2023

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе илдең иң яҡшы ун бүлексәһе иҫәбенә инде – Радий Хәбиров

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ышаныслы рәүештә Рус география йәмғиәтенең иң яҡшы ун бүлексәһе иҫәбенә инә. Беҙҙең бүлексәне йәмғиәттең юғары наградаларының береһе – көмөш миҙал менән бүләкләнеләр. Беҙ илдә – йәмғиәттең ошондай юғары наградаһын алған икенсе төбәк.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең попечителдәр советы ултырышында белдерҙе.

«Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе федераль акцияларҙа ҡатнашып ҡына ҡалмай, үҙ проекттары менән дә сығыш яһай, урындағы бүлексәләр араһында грант конкурстары үткәрә. Республиканың иҫтәлекле урындары менән таныштырыуҙың ҡыҙыҡлы форматтары барлыҡҡа килә, туристик һуҡмаҡтар йыһазландырыла, интерактив карталар булдырыла, география уҡытыусылары экспедициялары хатта Арктикаға ла барып етә. Киләсәктә башҡорт-белорус зубрҙары ла туристик маршруттарға инер тип уйлайым», - тине Радий Хәбиров.

Былтыр беҙҙең республикала 910 «Географик диктант» майҙансығы ойошторолдо, был иһә ил күләмендә абсолют рекорд, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-04/bashkirskoe-otdelenie-rgo-vhodit-v-desyatku-luchshih-otdeleniy-strany-radiy-havbirov-3326793

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика