Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
0
91.39
-0.55
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июль 2023, 11:48

Республика уҡытыусылары Педагог һәм остаз йылына арналған турслетҡа йыйылды

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы
Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы

Башҡортостанда педагогик хеҙмәткәрҙәр командаларының Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған республика туристик слеты уҙҙы. Сара 30 июндән 2 июлгә тиклем Туймазы районының «Тиҫтер» балалар-һауыҡтырыу лагерында ойошторолдо.

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштарҙа Әлшәй, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дыуан, Дүртөйлө, Туймазы, Өфө, Саҡмағош райондарынан һәм Күмертау, Межгорье, Октябрьский, Салауат, Өфө ҡалаларынан 14 команда ҡатнашты.

Ярыш йомғаҡтары буйынса призлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:

1-се урын — Өфө;

2-се урын — Туймазы районы;

3-сө урын — Салауат ҡалаһы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-03/uchitelya-bashkirii-sobralis-na-turslet-posvyaschennyy-godu-pedagoga-i-nastavnika-3325752

Читайте нас