3 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына, генерал Шайморатов ордендарына һәм миҙалдарына республиканан мобилизацияланғандар һәм ирекле батальондарҙың яугирҙәре лайыҡ булды. Әле улар тыуған төйәгендә ҡыҫҡа ваҡытлы ялда.
Радий Хәбиров яугирҙәргә хәрби хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәген билдәләне.