


Башҡортостан хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың туғандарына шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтеү тураһында мәсьәлә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров һүҙҙәренсә, былтыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтеү һәм финанслау тәртибе тураһында ҡарар раҫланғайны. Был маҡсатҡа республиканың 2023 йылға бюджетында 100 миллион һум ҡаралған. Шифахана-курорт ойошмаларына 9,5 миллион һум аҡса еткерелгән. Быйыл 156 хәрби шифахана-курорттарҙа дауаланған. Бындай мөмкинлекте махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең ғаилә ағзаларына ла таратырға тәҡдим ителә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Был ҡарар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарының мөрәжәғәттәренә бәйле ҡабул ителде. Һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеү тәртибенә үҙгәрештәр индереү тәҡдиме бар. Махсус хәрби операция ваҡытында хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмере өҙөлгән осраҡта, шифахана-курорттарҙа дауаланыу хоҡуғы уның законлы иренә йәки ҡатынына, йә иһә ата-әсәһенең береһенә күсә.
Республика бюджеты иҫәбенә бүленгән юлламаның хаҡы 14 календарь көн өсөн 60 200 һум тәшкил итә. Әлеге ярҙам сараһын алыу өсөн һәләк булған яугирҙең туғаны конкурс буйынса һайлап алынған ойошмаға мөрәжәғәт итергә һәм юлламаға заказ бирергә тейеш.
Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар 11 профилле учреждениела дауалана. Улар — «Асы», «Йәшел сауҡалыҡ», «Янғантау», «Ҡарағай», «Красноусол», «Танып», «Йоматау», «Яҡтыкүл» шифаханалары, «Ҡайынҡай» ял йорто, «Ҡайынҡай» профилакторийы һәм «Энергетик» дауалау-һауыҡтырыу үҙәге.
Андрей Назаров ҡарар проектын хупланы һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығына 1 сентябргә тиклем мөрәжәғәттәрҙе күҙәтеп барырға мөмкинлек биргән сервис әҙерләргә ҡушты.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.