Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланған проблемалы юлдарҙы ремонтлау программаһына өҫтәп йәнә 12 объект индерелде. 2023-2024 йылдарҙа Асҡын, Ауырғазы, Благовещен, Дәүләкән, Дыуан, Кушнаренко, Стәрлебаш, Саҡмағош райондарында, шулай уҡ Межгорье, Сибай, Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында юл участкалары төҙөкләндерелә. Был турала хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итте.
«Башинформ» яҙғанса, быйыл тәүге тапҡыр «проблемалы» юлдар республика программаһы эшләй башланы. Был башланғысты Радий Хәбиров 2022 йылдың аҙағында, Дәүләт Йыйылышына йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Юлдарҙың проблемалы участкаларын төҙөкләндереү өсөн йыл һайын 4 миллиард һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Исемлек халыҡтың ялыуҙары буйынса төҙөлә. Тәүге яңыртылған объекттар, Яугилде - Щучье автомобиль юлы участкаһы һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылының ике урамы файҙаланыуға тапшырылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.